СИТ ИЛ БАШҠОРТТАРЫ Шм, 23.11.2024, 13:30
Һаумыhығыҙ Кунак | RSS
Сайттың менюһы

Яңылыҡтар бүлектәре
Башkортостан янылыkтары [2]
Беззен тыуган ягыбыззын хэбэрзэре
Мэскэу [0]
Мэскэу янылыkтары
Сит ил янылыктары [11]
Сит ил башkорттары янылыkтары

Беҙҙең hорауҙар
Сайттын кимэле
Бөтә яуаптар hаны: 62

Баш бит » 2007 » Декабрь » 5 » Байрам
Байрам

Ҡорбан ғәйете (вәғәҙ-нәсихәт)

Бисмилләhиррахмәниррахим

Ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллаhи үә бәракәтүh!

Зөлхизә айының 12сы көнө – бөтә донъя мосолмандары көтөп алған Ҡорбан байрамы көнө.

Был көн беҙ ҙә миллиардтан артыҡ дин ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә Ҡорбан Ғәйетен байрам итәбез. «Нимә һуң ул Ҡорбан?» тигән һорауға, фиҡыһ ғилемендә: «Ҡорбан – ул махсус бер хайуанды билгеле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу ниәтенән сығып һуйыуҙы аңлата», - әйтелгән. «Ҡорбан» ғәрәп телендә ҡорбан итеп салыныусы һайуандың атамаһын йәки Ҡорбан Ғәйетендә һуйыла торған тереклекте аңлата.

Ҡорбан салыу үҙе һижрәттең икенсе йылында канунлаштыра. Ҡөръән Кәримгә килгәндә, Аллаһы Тәғәлә «Кәүҫәр» сүрәһе 2-се аятында әйтә: «Раббың өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал».

Сөннәт һәм хәҙистәргә килгәндә, Ғәйшә раҙыйәллаһу ғәнһәнән: «Ҡорбан салынған көндө Аллаһы Тәғәлә өсөн әҙәм балаһының ҡан ағыҙыуынан да һөйөклөрәк эш юҡ. Дөрөҫлөктә, боғаҙланған ҡорбанлығы ҡиәмәт көнөндә эйәһе янына мөгөҙҙәре һәм тояҡтары йөндәре менән киләсәк. Ә ҡаны ергә таммаҫ борон Аллаһ хозурындағы билгеле бер урынға ирешәсәк. Уның менән күңелде һөйөндөрөгөҙ» (Тирмиҙи һәм Ибне Мәжжә риүәйәт итте).

Беҙ был байрамыбыҙҙа ҡорбан салып етем-фәҡирҙәргә, мохтаждарға шунан өлөш сығарып Аллаһы Тәғәләгә Үҙе ҡушҡан, бойорған бер юл менән яҡын булырға тырышабыҙ. Мөхәммәд (с.ғ.ү.)дең сәхәбәһе Зәйд ибне Әл-Әкрам: «Йә Аллаһтың Расүле! Был ҡорбандар салыу нимә?» - тип һорағанда, пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.ү.): «Атабыҙ Ибраһимдың сөннәте һәм уның ҡалдырған ғәҙәте», - тип яуап бирә. Сәхәбәләр: «Беҙгә ҡорбан салыуҙарҙан нимә була?» - тигәндә, Расүл (с.ғ.ү.).: «Һәр бөртөгө һайын изгелек булыр!» - тип һөйөндөрә.

Ҡайберәүҙәр Ҡорбан Байрамының аҫыл мәғәнәһен үҙгәртергә тырышып, «ниңә инде хайуан ҡанын ҡойорға, был бит бер мәжүси ғәҙәт ҡалдығы», - тип, ҡорбанға салына торған хайуандарҙы ҡыҙғанған булып ҡыланалар. Тирә-йүнебеҙгә күҙ һалайыҡ! Ер йөҙөнөң төрлө әтрафтарында, хатта үҙ илебеҙә, көндәлек тормошобоҙҙа әҙәм балаһының ҡәҙере һуҡыр бер тингә һанамайынса, ҡаны һыуҙан да арзанға иҫәпләнеп дарьялар итеп түгелеүенә ни тийербеҙ?!

Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәлә «Әл-Мәидә» сүрәһе 32-се аятында әйтә: «Дөрөҫлөктә, кем бер йәнде быуһа, ер йөҙөндә аҙғынлыҡ ҡылған өсөн түгел ... был бөтөн кешелек донъяһын үлтергән кеүек булыр...»

Әҙәм балаһы, ҡайһы ғына милләт һәм төҫтә булһа ла – һәрбереһе барлыҡҡа килеүе менән ҡәҙерле, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә лайыҡлы. Сөнки ул барлыҡ мәхлүктәрҙең иң ҡәҙерлеһе һәм юҡтан бар итеп Раббүл Ғәззә ҡаршында иң хөрмәтлеһе!

Фиҡыһ белгестәренең берҙәм фекеренсә, һарыҡ, ҡуй, кәзә бары тик бер кеше өсөн һуйыла. Дөйә, һыйыр йәки үгеҙҙе ете кеше исеменән салырға мөмкин. Ҡорбанлыҡ кәзәнең бер йыллыҡ булыуы шарт. Һарыҡ иһә алты айын тултырып етенсе айга киткән эре һәм һимеҙ булһа, ҡорбан итеп салынырға мөмкин. Һыйыр, үгеҙ – ике йәш, дөйә биш йәшлек булырға тейеш.

Һуҡыр, ҡылый йәки аҡһаҡ малдарҙы ҡорбанға салырға ярамай. Шулай уҡ сирле, зәғиф, хәлһеҙ хайуандарҙы ла ҡорбанға салырға ярамай. Бөстөрөлгән хайуандарҙы салырға ярай.

Ҡорбан салыуҙың тарихы Ибраһим ғәләйһиссәләм йәшәгән ваҡыттарҙан башланып китә. Ул, Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса, үҙенең улы Исмәғил ғәләйһиссәләмде ҡорбан салырға ниәт ҡыла. Әммә Раббыбыҙ Ибраһим ғәләйһиссәләмде һынағандан һуң, улы урынына ҡара, аҡ ҡашҡалы тәкәне иңдерә һәм шуны ҡорбан салырға бойора.

Ҡорбан салыу һәрбер хәлле мосолманға важиб(мотлаҡ). Ҡорбан салыуҙың ваҡыты – Ҡорбан Ғәйете намаҙынан алып байрамҙың өсөнсө көнөнөң икенде намаҙына ҡәҙәр.

Фиҡыһ китаптарында яҙылғанса, ҡорбан салыусының күп икән, ул ҡорбанлыҡтың бөтөн итен ғайләһе хәжәтенә тота ала. Шулай уҡ күршеләре менән дә бүлешә ала. Был – сауап. Әгәр ҡорбан салыусы етешле булһа, ул бөтөн итте фәҡирҙэргә өләшеп бөтөрә ала. Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлергә мөмкин: бер өлөшө ғайлә өсөн, береһе туғандар һәм дустар өсөн, өсөнсөһө фәҡирҙәр, мохтаждар өсөн.

Ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Был мөбәрәк көндәрҙә тәкәбберлекте ташлап, ата-әсәгә, бөтә ҡәрҙәш-ырыуға, туған-тумасаларға һәм эйәләренә ихтирамлы булып, бәхиллектәрен һорап, хәйер-доғаларын алырға тырышығыз. Бөтә милләт вәкилдәрен дә үҙегеҙ менән тигеҙ күреп, асыҡ йөҙ күрһәтеп, рәхим-шәфҡәтле ғәмәлдәр ҡылығыз.

Ҡарауҙар hаны 2452 | Өҫтәүсе: Мысыр_башкорто
Кереү формаһы

Яңылыҡтар календары

Яңылыҡтар эҙләү

Сайттар каталогы


Сайттың статистикаhы

Copyright MyCorp © 2006Хостинг от uCoz